Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда ике бәләкәй балалы ғаилә ике йылға яҡын төпкөлдә, цивилизациянан алыҫта йәшәгән

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

«Башҡортостан» милли паркының ғилми хеҙмәткәрҙәре, ике бәләкәй балалы Дилә һәм Илдус Нурмөхәмәтовтар ике йыл самаһы Кәшәлелә — «Шүлгәнташ» ҡурсаулығының милли парк менән сиктәш урында йәшәгән.

Элек Кәшәле Нөгөш йылғаһының уң яҡ ярында бәләкәй ауыл булған. Оҙаҡ йылдар бында урмансы Рәшит Күҫәпов ҡатыны менән тормош көткән. Уның вафатынан һуң был урында терәк пункт, өй, һуңғараҡ туристар өсөн павильон төҙөгәндәр.

«Беҙҙең һәр ваҡыт төпкөлдә, таҙа урында, ҡала тормошонан алыҫта йәшәү, саф һауа һулау, таҙа һыу эсеү теләге булды. Шуға ла беҙгә Кәшәлелә йәшәргә тәҡдим иткәс, яңы урынға күсендек», — тип һөйләне Нурмөхәмәтовтар «Пульс-М» гәзитенә интервьюһында.

Милли парктың яңы хеҙмәткәрҙәре алдына ошо биләмәне һаҡлау, килгән кешеләргә ҡурсаулы урындарҙа үҙеңде нисек тоторға кәрәклеген аңлатыу, уларға ярҙам күрһәтеү бурысы ҡуйыла. Ғаилә йәнлектәрҙе, ҡоштарҙы, балыҡтарҙы, умыртҡаһыҙҙарҙы һәм үҫемлектәрҙе иҫәпләү, һирәк осрай торған һәм юғалып барған йәнлектәр һәм үҫемлектәр популяцияһын өйрәнеү менән шөғөлләнгән, климатты күҙәткән. Мәҫәлән, Илдус Нурмөхәмәтов һирәк осраған бөркөттәрҙе, торналар бейеүен видеоға һәм ҡолаҡлы ябалаҡтарҙы фотоға төшөрөп алған. Үҫемлектәрҙән милли паркта тәүгә ҡыуыҡлы үлән һәм ҡыҙғылт тажлы тюльпандарҙың ғәҙәти булмаған популяцияһы теркәлгән.  

«Кәшәлелә эш етерлек булды, ләкин графикты үҙебеҙ билдәләнек, шуға күрә бер эш тә ауыр тойолманы. Тәүҙә, әлбиттә, күнегелгән шарттарһыҙ ҡыйынғараҡ тура килде, әммә әкренләп көнкүреште яйға һалдыҡ. Элемтә — спутник, интернет, телефон тәрилкә аша ине. Һыуҙы тәүҙәрәк йылғанан ташыһаҡ, туғыҙ айҙан һуң көҙ көнө скважина быраулап, өйгә һыу үткәрҙек. Электр ҡояш батареяһынан ала торғайныҡ. Йәйгеһен ул бөтә нәмәгә лә етә, ә бына ҡыш көнө аҙлап ҡулландыҡ. Өйҙө утын менән йылыттыҡ, ҡатыным икмәкте үҙе бешерҙе. Балаларға Кәшәлелә бик оҡшай ине, сөнки ҡышҡыһын урман буйлап йөрөйбөҙ, йәй иһә көн һайын һыу инәбеҙ», — тип һөйләне Илдус.

Быйыл көҙ ғаилә Нөгөш ауылына ҡайтты, ләкин «Башҡортостан» милли паркында эшләүен дауам итә.

«Беҙ Кәшәлегә бик рәхмәтлебеҙ, ул күңелебеҙҙә бик күп яҡты хәтирәләр ҡалдырҙы һәм йөрәгебеҙҙең бер өлөшөн үҙе менән алып ҡалды», — тип өҫтәне Нурмөхәмәтовтар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть