Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Стәрлетамаҡта былтыр Мексикала уҙған Бөтә донъя Фольклориадаһынан фотоһүрәттәр күргәҙмәһе асылды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Стәрлетамаҡта былтыр Мексикала уҙған Бөтә донъя Фольклориадаһынан фотоһүрәттәр күргәҙмәһе асылды. «Бөтә донъя Фольклориадаһы — 2016» — күсмә күргәҙмә, ул республиканың барлыҡ 63 муниципаль берәмектәрендә уҙа һәм 2018 йылдың аҙағында тамамлана.

Экспозицияла Башҡортостандың мәҙәни делегацияһының Сакатекас ҡалаһында фестиваль сараларында, Веркруз штатында Mexico Festival CIOFF мәҙәни форумында, Мексиканың баш ҡалаһы Мехикола гала-концертта ҡатнашыуы тураһында фотоһүрәттәр урын алған.

2020 йылда Башҡортостанда Бөтә Донъя Фольклориадаһын уҙғарыуға бәйле күргәҙмә республикала йәшәүселәрҙе донъя халыҡтарының этномәҙәни һәм фольклор традициялары, шулай уҡ CIOFF Халыҡ-ара фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары советының эшмәкәрлеге менән таныштыра.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть