Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда иген уңышы былтырғыға ҡарағанда ярты миллион тоннаға күберәк – Ауыл хужалығы министрлығы

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Республикала иген уңышы былтырғы күрһәткестәрҙән ярайһы уҡ уҙып киткән.

Башҡортостан Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, Башҡортостанда тулайым иген йыйыу 3,837 миллион тоннаға еткән. Бер йыл элек төбәктә 3,373 миллион тонна йыйып алынған.

Бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культураларҙы һуғып алыу буйынса алдынғылар иҫәбендә – Стәрлетамаҡ, Мәләүез, Саҡмағош, Баймаҡ һәм Илеш райондары хужалыҡтары. Уларҙың һәр ҡайһыһында 142,2-225,6 мең тонна иген йыйылған.

Аграр ведомствоның һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, бөртөклө һәм ҡуҙаҡлы культуралар пландың 99,6 процент майҙанында сабылған һәм һуғылған. Әлеге ваҡытта республиканың 13 район игенселәре һуңғы гектарҙарҙа ураҡ эштәрен алып бара.

Быйыл уртаса уңыш – гектарынан 22 центнер. Иң юғары уңыш күрһәткестәре Саҡмағош һәм Стәрлетамаҡ райондары хужалыҡтарында билдәләнгән, уларҙа һәр гектарҙан 39,7-шәр һәм 32,6-шар центнер йыйылған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть