Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала ҡар ҡиммәтләнгән

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостандың баш ҡалаһында ҡар ҡиммәтләнгән. Ҡала хакимиәте муниципаль «Өфө һыу каналы» менән ҡар ҡабул итеүгә һәм уны утилләштереүгә яңы тарифтарҙы раҫланы. Яңы документҡа ярашлы, бер кубометр ҡарҙы эшкәртеү 173,58 һумға төшәсәк, ул былтырғыға ҡарағанда 6,68 һумға күберәк.

РБК-Өфө хәбәр итеүенсә, норматив буйынса Өфөгә ҡаралған 1288 берәмек техниканан уҙған миҙгел аҙағында ҡалала тик 410-ы ғына булған. Күбеһенсә щёткалы ҡар таҙартҡыстар (215 берәмек), технологик материалдарҙы бүлеүсе (213), һепереп йыйыу машиналары (194 берәмек), шулай уҡ роторлы ҡар таҙартҡыстар, ҡар тейәгестәр, автогрейдерҙар, тейәгестәр, ҡар сығарыу өсөн автомобилдәр, бульдозерҙар етмәгән. 2016/2017 йылдарҙың ҡышында ҡала биләмәһенән ике миллион кубометрҙан ашыу ҡар сығарылған.

Сентябрь аҙағында республика ҡаҙнаһынан яңы техника һатып алыуға өҫтәмә субсидиялар бүленмәүе асыҡланды. Уның урынына «Башкиравтодор» базаһында биш механизацияланған күсмә бригада ойошторолдо. Улар ҡала ғаризаһы буйынса кәрәккәндә муниципаль хеҙмәттәр менән бергә ҡарҙы йыйыштырыуға ҡушыласаҡ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть