Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Яңы тыуған Рәсәй граждандары дәүләттән бүләк аласаҡ

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Рәсәйҙә яңы тыуған һәр сабый киләһе йылдан дәүләттән бүләк аласаҡ. Балаларға бүләк тапшырыу Хеҙмәт министрлығы әҙерләгән Балалыҡ ун йыллығы сиктәрендә 2020 йылғаса төп саралар планы проектына ингән, тип хәбәр итә «Известия» гәзите.

Бүләктәрҙе әсәләргә бала табыу йортонан сыҡҡанда тапшырыу күҙаллана. Белгестәрҙең һүҙҙәренсә, уның күбеһенсә Рәсәйҙә етештерелгән бала сепрәге (подгузник), шылтыраҡ, кейем-һалым һәм башҡа йәш балаға кәрәкле нәмә булыуы мөмкин.

Сәнәғәт һәм сауҙа министрлығында иҫәпләүҙәренсә, был башланғыс илебеҙ етештереүселәренә ярҙам итергә мөмкинлек бирәсәк, демографик хәлде яҡшыртыу өсөн дәртләндергес сара булып торасаҡ.

Проект Иҡтисади үҫеш министрлығында килешеү үткән. Шуның менән бергә ошо сараны уҙғарыу һәм финанслау тәртибе хаҡында аныҡ тәҡдимдәр юҡ. Хеҙмәт министрлығының фекеренсә, быға төбәктәр аҡса бүлергә тейеш.

Башҡортостанда бөтә әсәләр ҙә республика хөкүмәтенең башланғысы буйынса бала табыу йортонан сыҡҡанда бүләктәр ала. Уға йоҡа һәм йылы йүргәктәр, баш кейемдәре һәм миҙгел буйынса юрған инә. Кәрәк булғанда сабый яңы әйберҙәрҙе дауаханан сыҡҡанда кейеп ҡарай ала. Һәм, әлбиттә, бүләккә илдең яңы гражданына һәм уның ата-әсәләренә ҡотлау открыткаһы ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть