Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Өфөлә Мостай Кәримдең исемен йөрөткән самолетты ҡаршы алдылар

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Дарья Петрова/.

Кесе йома, 19 октябрҙә, «Өфө» халыҡ-ара аэропортына Мостай Кәримдең хөрмәтенә аталған самолет осоп килде. «Аэрофлот» авиакомпанияһының пассажирҙар ташыусы Sukhoi Superjet 100 самолеты сентябрь һуңында Башҡортостандың халыҡ шағиры исемен алды. Һауа судноһы билдәле бер йүнәлешкә беркетелмәгән һәм Өфөгә тәүгә осоп килде. Мәскәүҙең «Шереметьев» аэропортынан килгән рейсты ихласлап ҡаршы алдылар – Башҡортостан еренә аяҡ баҫҡан һәр пассажир ҡәнәфер менән бүләкләнде.

«Атайымдың «Күкрәгемдән ҡоштар осорам...» тигән шиғыры бар. Һәм бына ул хәҙер ҡош кеүек оса. Төрлө ерҙәргә, илдәргә, Өфөгә һәм Мәскәүгә осасаҡ, был минең өсөн бик символиклы, — тип һөйләне журналистарға шағирҙың ҡыҙы Әлфиә Кәримова. — Мин бик шатмын, «Аэрофлот»ҡа был ваҡиға өсөн бик ҙур рәхмәт».

Авиакомпанияһында һөйләүҙәренсә, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һауа судноларына исемдәр бирелә башлай. Һуңынан оҙаҡ йылдар йола онотолоп ҡала, уны 2004 йылда – легендар летчик Василий Чкаловтың (уның хөрмәтенә самолеттарҙың береһе аталған) 100 йыллығында тергеҙәләр. Самолетты Мостай Кәримдең исеме менән йөрөтөү башланғысы менән Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны.

«Башҡортостан Республикаһы шәхестәре Ватаныбыҙ тарихына, ғилеменә, мәҙәниәтенә тос өлөш индергән. Республикабыҙ 2019 йылда үҙенең ойошторолоуының 100 йыллығын билдәләй. Республикабыҙҙың исемен донъя һәм ил әҙәбиәте тарихына яҙған Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим ошо ваҡиғаның тиңдәше, – тиелә Рөстәм Хәмитовтың «Аэрофлот» етәкселегенә адресланған хатында. – Мостай Кәримдең шәхес булараҡ әһәмиәтен һәм ижадын, Рәсәй әҙәбиәте хазинаһына уның өлөшөн иҫәпкә алып, «Аэрофлот» һауа судноларының береһенә уның исемен ҡушыу мөмкинлеген ҡарауығыҙҙы һорайым. Авиакомпания тарафынан был изге аҙым күп милләтле Рәсәй мәҙәниәте арҙаҡлы эшмәкәрҙәренең береһенең 100 йыллығы алдынан илдең йәмәғәт тормошонда мөһим ваҡиға буласаҡ».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть