Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

WorldSkills Competition-2017 донъя чемпионатында Рәсәй йыйылмаһында сығыш яһаған Башҡортостан вәкиле бронза яуланы

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 20 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Абу-Дабиҙа (Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре) WorldSkills Competition-2017 донъя чемпионатында Рәсәй йыйылмаһында сығыш яһаған Сибай күп профилле профессиональ колледжының дүртенсе курс студенты Рафаэль Яхин «Таш юныу эше» компетенцияһында бронза яуланы.

Ул Бразилия һәм Англияның йәш профессионалдарынан ҡалышты, уларҙа алтын һәм көмөш награда.

Рафаэлдең һүҙҙәренсә, ул бөтә конкурс эштәрен да башҡара алған, барыһын да ҡуйылған ваҡытта эшләгән, әммә ныҡ арып, йоҡларға ятҡан. Үҙенең бронзаһы хаҡында һөйләгәндә, призлы урынға иҫәп тотоуын билдәләне.

Абу-Дабиҙа донъя чемпионаты үҙ майҙансығында 69 илдән 1300 ҡатнашыусыны йыйҙы. WorldSkills Russia милли йыйылмаһы миҙал өсөн 52 компетенция буйынса көрәшә. Илебеҙҙән 58 конкурсант – 25 йәшкәсә колледж студенттары һәм уны тамамлаусылар, «Йәш профессионалдар» (WorldSkills Russia) милли чемпионаты еңеүселәре һәм призерҙары үҙ оҫталыҡтарын күрһәтте.

Рәсәй WorldSkills Competition донъя чемпионатында тәүгә бөтә компетенцияларҙа ла сығыш яһаны. Башҡа бер ниндәй ил дә Абу-Дабиҙағы ярыштарға йыйылмаһын тулы составта ебәрмәгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть