Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 69.40 ↑

23 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Ростуризм рәсәйҙәрҙең Яңы йыл каникулдарын ҡайҙа һәм күпмегә үткәрәсәген хәбәр итте

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Сочи, Санкт-Петербург, Мәскәү, Түбәнге Новгород, Бөйөк Новгород һәм Ҡазан яҡынлашып килгән Яңы йыл каникулдарында ил эсендә сәйәхәт итергә яратҡан рәсәйҙәр өсөн иң популяр ҡалалар исемлегендә. Был хаҡта, алдан бронь алыу мәғлүмәттәренә һылтанып, Туризм буйынса федераль агентлыҡтан (Ростуризм) хәбәр иттеләр.

«Известия» гәзите мәғлүмәтенсә, сит илдәр араһында иң популяры — Вьетнам, Таиланд, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Һиндостан һәм Израиль.

Рәсәй буйлап һәм сит илдәргә сәйәхәт итеү хаҡы уҙған йылдан алып үҙгәрмәгән тиерлек: 25 мең һәм 35-40 мең һум тәшкил итә.

Корея Халыҡ Демократик Республикаһы иң үҙенсәлекле йүнәлеш булып тора, унда Яңы йыл каникулдарында «дүрт йондоҙло» отелдә һигеҙ көн ял 150 мең һумға төшә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть