Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Рәсүл Сәғитов Өфөлә яңы китабының исем туйын үткәрҙе

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала журналист һәм яҙыусы Рәсүл Сәғитов Башҡорт дәүләт университеты һәм Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты студенттары менән осрашты. Быға сәбәп булып уның «Алтындан алдын мәсьәлә» тип аталған яңы, етенсе, китабы донъя күреүе һәм һатыуға сығыуы торҙо.

Баҫмала телмәр күркәмлеге, нәфис һүҙ әһәмиәте мәсьәләләренә ҙур иғтибар бирелә, эфир теле серҙәре асыла, автор ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади, рухи-мәҙәни өлкәләргә ҡараған күп проблемаларға үҙенсәлекле ҡарашын белдерә, хикмәтле хикәйәләр ҙә урын алған. Буласаҡ педагог һәм журналистар ошо һөнәрҙәр, яҙыусылыҡ, тәржемә эшмәкәрлеге һәм башҡа йүнәлештәр буйынса һорауҙарына яуап алды. Рәсүл Сәғитов граждандар йәмғиәтен, илһөйәрлек тойғоһон артабан үҫтереү буйынса фекерҙәре менән дә уртаҡлашты, сөнки ул – «Юлдаш» радиоһында бүлек етәксеһе, «Асыҡ студия» программаһын алып барыусы булыуы менән бергә, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы ла.

Осрашыуҙа шулай уҡ республиканың Яҙыусылар союзы рәйесе Зәки Әлибаев, Өфө дәүләт авиация техник университеты профессоры Фәнил Фәйзуллин, тележурналист Гөлдәриә Йосопова ҡатнашты һәм сығыш яһаны. Улар сара геройы радиотапшырыуҙары, мәҡәләләре һәм китаптарының юғары ижтимағи әһәмиәтен билдәләне.

Рәсүл Сәғитов – Рәсәйҙең атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, республика Хөкүмәтенең Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть