Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Ҡош ите етештереү буйынса Башҡортостан илдә алдынғылыҡты һаҡлап килә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Ауыл хужалығы ойошмаларында ҡош ите етештереү буйынса Башҡортостан ил төбәктәре араһында алдынғы урындарҙы биләүен дауам итә. Ошо йылдың тәүге туғыҙ айы йомғаҡтары шундай.

«Тамбов, Белгород, Тула, Курск, Волгоград, Мәскәү өлкәләрендәге ауыл хужалығы ойошмаларында ҡош ите етештереү артҡан, Ленинград, Төмән, Тула, Ярославль, Омск, Ростов өлкәләре һәм Краснодар крайы иһә йомортҡа етештереү күләмен арттырыу буйынса лидер», — тине Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығының малсылыҡ һәм тоҡомсолоҡ эше департаменты директоры Харон Әмирханов.

Уның һүҙҙәренсә, ағымдағы йылдың ғинуар-сентябрендә илдә бөтә категориялы хужалыҡтарҙа ҡош ите етештереү 4,8 миллион тоннаға еткән. Был уҙған йылға ҡарағанда 7 процентҡа күберәк.

Шул иҫәптән ауыл хужалығы ойошмаларында 4,5 миллион тонна ҡош ите етештерелгән, был иһә былтырғы күрһәткестән 7,5 процентҡа артығыраҡ.

Ошо ваҡыт эсендә Рәсәйҙә бөтә категориялы хужалыҡтарҙа йомортҡа етештереү 33,98 миллиард дана тәшкил иткән (+3% йәки 991,9 миллион). Шуның 26,6 миллиарды ауыл хужалығы ойошмаларына тура килә. Был бер йыл элекке менән сағыштырғанда 4,1 процентҡа йәки 1 миллиард йомортҡаға күберәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть