Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Екатеринбургта XV «Башҡорт йыры» төбәк башҡорт мәҙәниәте фестивале ойошторола

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Екатеринбургта XV «Башҡорт йыры» төбәк башҡорт мәҙәниәте фестивале үткәрелә. 22 октябрҙә Халыҡ ижады һарайында йолаға әүерелгән сара быйыл Башҡортостан Республикаһы ойошторолоуҙың 100 йыллығына арнала.

Быйыл Екатеринбургка Өфө, Сибай, Силәбе, Яр Саллы, Златоуст, Мейәс, Пермь, Ҡурған, Первоуральск, Полевской, Каменск-Уральский, Үрге Пышма, Березовский, Михайловск, Красноуфимск, Үрге Өфәлей ҡалаларынан ҡунаҡтарҙың һәм артистарҙың килеүе көтөлә.

«Байрамда ҡатнашыусыларҙың һәммәһенең дә төп маҡсаты — башҡорт мәҙәниәтен үҫтереүгә ярҙам итеү, шулай уҡ халыҡ ижады йолаларын һаҡлау», — тип билдәләне байрамды ойоштороусылар — Свердловск өлкәһе башҡорттары үҙәге (Совет рәйесе Фәймә Йосопова). Был көндә йәмәғәт ойошмаһы булдырылыуға 20 йыл тулыуҙы билдәйҙәр.

2009 йылдан алып «Шәжәрәләрҙе тергеҙеү — халыҡтың тарихи хәтерен һаҡлау» түңәрәк өҫтәле, «Башҡорттарҙың донъя цивилизацияһына индергән өлөшө», «Башҡорттар — Уралдағы төп халыҡ», «Башҡорт теле — донъялағы боронғо төрки телдәрҙең береһе» тигән төбәк-ара ғилми-ғәмәли конференциялар һәм башҡорт мәҙәниәте фестивалдәре уҙғарылды. 2000 йылда «Йәдкәр» башҡорт үҙешмәкәр театр коллективы ойошторолдо. Бөгөн дә төркөмдөң ижади эшмәкәрлеге «Ҡарға туйы», «Һабантуй», «Науруз», «Нардуған» кеүек башҡорт байрамдарын, шулай уҡ төрлө осрашыуҙар, концерттар, экскурсиялар, викториналар, әҙәби кисәләр һәм башҡорт халҡының тарихы буйынса әңгәмәләр ойоштороу менән бәйле.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть