Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

«Роспотребнадзор» геморрагик биҙгәк менән ауырыу осраҡтары буйынса мәғлүмәттәрҙе иғлан итте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Йыл башынан Башҡортостанда 795 кеше геморрагик биҙгәк менән сирләгән, улар араһында 17 йәшкәсә 33 бала бар. Башҡортостандағы 41 районда һәм алты ҡалала сысҡан ауырыуы менән зарарланыу осраҡтары теркәлгән. Шуға ҡарамаҫтан, «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан идаралығында билдәләүҙәренсә, республикала бөйөр синдромлы геморрагик биҙгәк буйынса эпидемик хәл тыныс тип баһалана.

Нуриман, Тәтешле, Благовещен, Асҡын, Ҡариҙел, Краснокама, Яңауыл райондарында сир күрһәткесе республика буйынса алғанда күберәк. Зарарланғандарҙың яртыһынан ашыуы (52 проценты) биҙгәкте тәбиғәткә сыҡҡанда (урманда, балыҡ тотҡанда), 31 проценты иһә көнкүреш шарттарында йоҡторған.

Табиптар әйтеүенсә, сирҙең билдәләре — юғары тән температураһы, баштың сатнап ауыртыуы, яҡтылыҡҡа һиҙгерлек, күҙ тирәһендә ауыртыу, күңел болғаныу һәм йыш ҡоҫоу.

Сысҡан биҙгәге өҙлөгөүгә килтереүе ихтимал. Уҙған йылдарҙа республикала үлем осраҡтары теркәлде. Төп иҫкәртеү саралары — биләмәләрҙе санитар эшкәртеү һәм шәхси гигиена.

Әлеге ваҡытта республика биләмәләрендә 25 мең гектарға яҡын майҙанда көҙгө дератизация үткәрелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть