Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 69.40 ↑

23 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда лицей директорының үҙ эшенә һалҡын ҡарауы арҡаһында алты йәшлек малайҙың ғүмере өҙөлдө

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостанда лицей директорына хөкөм ҡарары сығарылды. Уның үҙ эшенә һалҡын ҡарауы арҡаһында алты йәшлек малайҙың ғүмере өҙөлдө. Суд тәфтиш органдары йыйған дәлилдәрҙе Яңауылдағы лицей директорына хөкөм ҡарары сығарыу өсөн етерлек тип тапты. Ул «битарафлыҡ арҡаһында кешене үлемгә дусар итеү» статьяһы буйынса ғәйепле тип танылды.

Уҙған йылдың 22 майында көндөҙ алты йәшлек бала өлкәндәрһеҙ лицей ихатаһында йөрөгән. Һигеҙ йәшлек танышы менән ул ҡапҡа янына килеп, уны һелкетә башлаған. Ҡапҡа малайҙың өҫтөнә ауған. Быны үтеп барыусылар күреп ҡалып, баланы дауаханаға алып киткән. Һуңынан малай ауыр баш йәрәхәттәренән вафат булған.

Республика тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәте буйынса, асыҡланыуынса, 2015 йылда ҡапҡаны иретеп йәбештереү аппараты ярҙамында махсус белеме булмаған кеше нығытҡан булған. Уны ошо эшкә лицей директоры йәлеп иткән. Белем биреү учреждениеһы етәксеһе, үҙенең бурыстарын боҙоп, эштең сифатын тикшермәгән һәм конструкцияны файҙаланырға рөхсәт иткән.

Республика прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ғәйепләнеүсенең эшкә һалҡын ҡарауы баланың үлеменә килтергән. Ғәйепләнеүсе үҙ ғәйебен таныманы.

Суд лицей директорын дүрт йылға шартлы рәүештә иркенән мәхрүм итте һәм ике йылға мәғариф учреждениеларында етәксе вазифаларын биләү хоҡуғын тартып алды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть