Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә «XXI быуаттың мәғариф киңлегендә исламдың идеалдары һәм ҡиммәттәре» халыҡ-ара конференцияһы асылды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Өфөлә «XXI быуаттың мәғариф киңлегендә исламдың идеалдары һәм ҡиммәттәре» халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияһы эш башланы. Башҡортостандың баш ҡалаһында форум унынсы тапҡыр уҙа. Яҡын һәм сит илдәрҙән танылған ғалимдар, дин белгестәре, мәҙәниәтселәр, философтар, социологтар, политологтар, тарихсылар, шулай уҡ мосолман руханиҙары диндә заманса йүнәлештәрҙе тикшерә. Форумға Ҡырғыҙстан, Үзбәкстан, Төркмәнстан, Тажикстан, Мысыр, Иордания, Марокко, Тунис, Төркиә делегациялары килгән.

Конференцияны ойоштороусылар булып Башҡортостан мосолмандарының Диниә назараты, Башҡортостан Башлығы ҡарамағындағы дәүләт-конфессия мөнәсәбәттәре Советы һәм Рәсәй Федерацияһының Мәғариф һәм фән министрлығы булышлығында М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты һәм Рәсәй мосолмандары Үҙәк диниә назаратының Рәсәй ислам университеты сығыш яһай.

Фекер алышыуҙың төп темаһы — ислам мәғарифы, тарихы һәм мәҙәниәте, дини ҡиммәттәрҙе тергеҙеү, йәштәргә тәрбиә биреү һәм экстремизмды иҫкәртеү кеүек көнүҙәк мәсьәләләр.

Форумдың программаһында пленар ултырыш, панель сессиялар, оҫталыҡ дәрестәре һәм түңәрәк өҫтәлдәр ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть