Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Баш ҡалала «Лимондар бунты» уҙғарыла

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

21 октябрҙә «Йәшелдәр» партияһының төбәк бүлексәһе баш ҡалабыҙҙа, Өфө лимонарийын яҡлап, «Лимондар бунты» тигән сара уҙғара. Был хаҡта партия рәйесе урынбаҫары, Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Аграр мәсьәләләр, экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу комитеты рәйесе урынбаҫары Руфина Шаһапова хәбәр итте.

Бына нисә йыл инде Өфө урман-техник техникумының уҡыу-тәжрибә хужалығы тирәләй бәхәс тынмай. Эш шунда: 2015 йылда 25 йыллыҡ тарихы булған уникаль үҙәк хужалыҡҡа махсус һаҡланған тәбиғәт биләмәһе статусын биреүҙе һорап ғариза яҙғайны. Бында цитрустарҙың яңы сорттарын сығарыу һәм үҫтереү технологияларын өйрәнәләр. Ләкин иҫәпкә алыу мәғлүмәттәренең төрлө булыуына бәйле тәбиғәт ҡомартҡыһы статусын алыу процесы туҡтатылды. Дәүләт урман реестры мәғлүмәттәре буйынса, лимонарий биләмәһе — федераль милектең урман фонды ерҙәренә, Дәүләт күсемһеҙ милек кадастры мәғлүмәтенсә иһә тораҡ пункттарҙың ерҙәренә ҡарай. Ғалимдар һирәк осрай торған үҫемлектәр үҫтергән гектарҙарға хәҙер ҡала төҙөүселәре дәғүә итә.

Өфө лимонарийының яҙмышына битараф булмағандарҙы шәмбе көндөҙгө сәғәт 12-гә Спорт һарайы алдындағы майҙанға саҡыралар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть