Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

«Туған тел» телеканалының милли премияһына дәғүәселәрҙең исемдәре билдәләнде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Өфөлә ойоштороу комитеты ултырышында «Туған тел» телеканалының милли премияһына 45 дәғүәсенең исемдәре билдәләнде. Улар тәүге тапҡыр тапшырыласаҡ премияның 20 номинацияһында еңеүгә дәғүә итә. Иң яҡшы 20 башҡарыусы «Йылдың иң яҡшы йырсыһы», «Йылдың иң яҡшы йыры», «Йылдың иң яҡшы клибы», «Йылдың иң яҡшы бейеү проекты» һәм башҡа номинацияларҙа бүләкләнәсәк.

Еңеүселәрҙең исемдәре йырсылар һәм тамашасылар өсөн дә әлегә сер итеп һаҡлана. «ТТ милли премия»һы лауреаттары премияны тапшырыу тантанаһында ғына билдәле буласаҡ. Йомғаҡлау концерты һәм еңеүселәрҙе бүләкләү тантанаһы 18 декабрҙә Йәштәр һарайында уҙа.

«Беҙҙең «ТТ милли премия» музыка фестивале бөтә тамашасыларҙы хайран ҡалдырасаҡ. Тантаналы сарала айырыуса яҡтылыҡ биҙәлешенә баҫым яһала. Заманса технологиялар файҙаланылһа ла, шоу милли үҙенсәлеген һаҡлап ҡаласаҡ», — тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығына телеканалдың баш мөхәррире Айгөл Әхмәҙиева.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть