Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Мостай Кәримдең тыуған көнөнә республика географтары Ҡабарҙа-Балҡарҙағы түбәне уның исеме менән атарға теләй

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Евгения Сюткина/.

Башҡортостанда 20 октябрҙә республиканың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең 98-се йыллығын билдәләргә әҙерләнәләр.

Атаҡлы яҙыусының 100 йыллығына Рус география йәмғиәтенең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе әҙерләгән ҙур акция күҙаллана. Рус география йәмғиәтенең ғәмәлдәге ағзаһы Александр Лынник һөйләүенсә, Ҡабарҙа-Балҡарҙағы түбәне танылған яҡташыбыҙҙың исеме менән атарға теләйҙәр.

«Рус география йәмғиәтенең Башҡортостандағы төбәк бүлексәһе Мостай Кәримдең исеме менән уның дуҫының тыуған төйәгендә, Ҡабарҙа-Балҡарҙағы исемһеҙ тауҙарҙың береһен атау башланғысы менән сыҡты. Әлеге ваҡыта Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Ҡабарҙа-Балҡар власына ошо сараны үткәреүгә рөхсәт һорап хат ебәрҙе. Был башланғысҡа унда ыңғай ҡаранылар һәм октябрь аҙағына тиклем ҡарар сығарырға тейештәр.

Рәсми рәүештә рөхсәт алғандан һуң киләһе йәйҙә Төньяҡ Кавказға экспедицияға барырға йыйынабыҙ. Ҡабарҙа-Балҡар альпинистары беҙҙең өсөн Ҡайсын Кулиев түбәһе янында исемһеҙ тауҙы һайлай. Тау түбәһе ярайһы уҡ юғары – диңгеҙ кимәленән дүрт мең саҡрым самаһы булырға тейеш, әммә үрләргә мөмкин буласаҡ».

Тулыраҡ «Электрон гәзит»тә уҡығыҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть