Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан йылытыу миҙгеленә әҙерлек буйынса алдынғы төбәк тип аталды

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Рәсәй Төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министрлығы йылытыу миҙгеленә әҙерләнеү һәм уны башлау буйынса алдынғы төбәктәрҙе атаны. Ҡышҡа инфраструктураны һәм торлаҡ фондын юғары әҙерләү кимәле туғыҙ төбәктә – Мәскәүҙә, Камчатка крайында, Башҡортостан һәм Татарстан республикаларында, Һамар өлкәһендә, Алтай Республикаһында, Тула, Липецк һәм Новосибирск өлкәләрендә билдәләнә. Ошо хаҡта 18 октябрҙә Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалығы министры Михаил Мень Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Козак уҙғарған видеоселектор кәңәшмәһендә белдерҙе. Аутсайдер-төбәктәр араһында Брянск һәм Курск өлкәләре, Байкал аръяғы һәм Еврей автономиялы өлкәһе иҫәпләнә.

Республика Хөкүмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, төбәктә йылытыу миҙгеленә 101,01 миллион квадрат метр торлаҡ фонды, 1532 ҡаҙанлыҡ, ике торбалы иҫәпләүҙә 4138,6 саҡрым йылылыҡ селтәре, 14748,6 саҡрым һыу үткәргесе селтәре, 517 үҙәк йылылыҡ пункты әҙерләнгән. 133,4 саҡрым йылылыҡ һәм 208,9 саҡрым һыу үткәргесе селтәрҙәре алмаштырылған. Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ предприятиелары коммуналь инфраструктура объекттарында 195 берәмек күсмә резерв һәм 102 берәмек стационар электр тәьминәте сығанаҡтарына эйә, объекттар тулыһынса тәьмин ителгән. 504 авария-тергеҙеү бригадаһы һәм 1643 берәмек техника ремонтлау персоналы менән комплектланған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть