Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостанда республиканың 100 йыллығына объекттар исемлеген булдырыу процесын көйләү буйынса ведомство-ара эшсе төркөм ойошторолдо

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Башҡортостан Хөкүмәтенең бойороғо менән республиканың 100 йыллығына объекттар исемлеген булдырыу һәм тормошҡа ашырыу процесын көйләү буйынса ведомство-ара эшсе төркөм ойошторолдо.

Был эште контролдә тотоу Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары – ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре министры Евгений Гурьевҡа йөкмәтелде.

2019 йылда Башҡортостан Республикаһының ойошторолоуына 100 йыл тула. Ошо әһәмиәтле ваҡиғаға төбәктә 100 яңы ҙур объект төҙөлә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть