Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә Беренсе Рәсәй-Ҡытай нейрохирургтары конгресы үтә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Өфөнөң Конгресс-холында Беренсе Рәсәй-Ҡытай нейрохирургтары конгресы үтә. Унда нейрохирургия өлкәһендә Рәсәйҙең, Ҡытайҙың, шулай уҡ башҡа илдәрҙең алдынғы ғалимдары ҡатнаша.

Конгреста ҡатнашыусылар алдында сәләмләү телмәре менән Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов сығыш яһаны, ул республикала нейрохирургияның үҫеше хаҡында һөйләне.

— Конгреста тикшерелгән һорауҙар республикабыҙ өсөн дә мөһим практик әһәмиәткә эйә. Һаулыҡ һаҡлауға бүленгән етди иғтибар халыҡ һаулығының төп күрһәткестәрен яҡшыртырға мөмкинлек бирҙе, – тине Рөстәм Хәмитов. – 2010 йылдан юғары технологик медицина ярҙамының күләме өс тапҡырға артты. Уның байтаҡ ресурстар талап итеүе аңлашыла ла. Шуға ошо тармаҡҡа бер ниндәй йәлләүҙәрһеҙ финанслау оҙатабыҙ һәм,әлбиттә, тейешле һөҙөмтәләргә өлгәшәбеҙ.

Төбәктә клиникалар һәм махсуслаштырылған үҙәктәр уңышлы эшләп килә, позитрон-эмиссия томографияһы һәм «Кибер-бысаҡ» үҙәге асылған, тип билдәләне республика Башлығы. Яңы йылдан медицина-генетика үҙәге тулы ҡеүәтенә эшләй башлай. Нейрохирургия хеҙмәте әүҙем үҫешә, заманса диагностика һәм хирургия ҡорамалдары менән тәьмин ителә.

— Ике ил нейрохирургтары Конгресы тарихында тәүгеһе нәҡ Рәсәйҙә, Башҡортостанда башланыуы бик мөһим. Ҡытай – Рәсәйҙең төп донъя сәйәсәте һәм көнүҙәк һорауҙары буйынса берҙәм позицияларҙа торған стратегик партнеры һәм союздашы, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Ғалимдарҙың һәм ғилми коллективтарҙың бәйләнештәре нығына, уртаҡ тикшеренеүҙәр, конференциялар, консилиумдар уҙғарыла. Медицина университеттарыбыҙ араһында хеҙмәттәшлек тураһында килешеүҙәр төҙөлдө. Беҙҙең табиптар-аспиранттар Харбин һәм Сычуань университеттарында белем ала. 100-ҙән ашыу Ҡытай студенты Башҡорт дәүләт медицина университеты клиникаларында стажировка үтте. Тағы ла күберәк талантлы йәштәрҙең нейрохрирург булырға ынтылыуы, яңы технологияларҙы өйрәнеүе ҡыуандыра.

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш нейрохирургы Владимир Крылов республика нейрохирургия бүлексәләренең техник тәьминәтен айырым баһалап, нейрохирургия өлкәһендәге ҡаҙаныштарҙы билдәләне. Республиканың медицина ойошмаларында нейрохирургия ярҙамын күрһәтеү өсөн 24 компьютер томографы, һигеҙ магнит-резонанс томографы, 18 С-дуға, биш навигация станцияһы, ике рамалы стереотаксис, 11 операция микроскопы, ете эндоскопия терәү таяуы эшләй.

— Бөтә төбәктәр ҙә бындай юғары технологик ҡорамалдары менән маҡтана алмай, – тине баш нейрохирург Рөстәм Хәмитовтың Башҡортостанда Волга буйы нейрохирургия һәм нейрореабилитация үҙәген булдырыу тураһындағы тәҡдимен хуплап.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть