Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Төбәктә иген уңышы 3,8 миллион тоннанан ашҡан

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда гектарынан уртаса уңыш 22 центнерҙа 3,835 миллион тонна иген йыйып алынған.

Республика Ауыл хужалығы министрлығының мәғлүмәттәре буйынса, иң юғары уңыш – Саҡмағош районында, бында һәр гектарҙан 39,7-шәр центнер иген алалар.

Стәрлетамаҡ һәм Мәләүез райондарында хәҙер һәр гектарҙан 32,6-шар һәм 30,7-шәр центнер иген йыялар.

Республикала әлеге ваҡытта Стәрлетамаҡ, Мәләүез һәм Саҡмағош райондары хужалыҡтары бөтәһенән дә күберәк иген йыйған – 225, 171 һәм 155 мең тоннанан ашыу, тип мәғлүмәт бирҙеләр аграр ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть