Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан театрҙарға ярҙамға 7 миллион һумдан ашыу федераль субсидия алды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

2013-2020 йылдарға «Мәҙәниәтте һәм туризмды үҫтереү» федераль дәүләт программаһы сиктәрендә 220 миллион һум күләмендә саралар Федерацияның 73 субъекты бюджеттары араһында бүленде. Улар ижади эшмәкәрлеккә ярҙам итеүгә һәм балалар, ҡурсаҡ театрҙарын техник яҡтан тәьмин итеүгә йүнәлтелде.

14 октябрҙә ҡул ҡуйылған документҡа ярашлы, Башҡортостан Республикаһы 7,449 миллион һум субсидия ала. Республиканың Мәҙәниәт министрлығында хәбәр итеүҙәренсә, субсидияға Башҡорт ҡурсаҡ театры һәм Мостай Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театры дәғүә итә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть