Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов Башҡортостанда Волга буйы нейрохирургия үҙәген төҙөргә тәҡдим итте

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 19 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостанда Волга буйы федераль округының нейрохирургия үҙәге барлыҡҡа килеүе ихтимал. Ошондай башланғыс менән республика Башлығы Рөстәм Хәмитов Беренсе Рәсәй-Ҡытай нейрохирургтары конгресында сығыш яһаны.

Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, бөгөн федераль нейрохирургия үҙәктәре Рәсәйҙең бер нисә ҡалаһында – Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Екатеринбургта, Новосибирскиҙа һәм Төмәндә генә бар. Шул уҡ ваҡытта Волга буйы федераль округында 30 миллионға яҡын кеше йәшәй – ил халҡының бишенсе өлөшө.

— Беҙҙең республика биләмә, халыҡ буйынса ла ҙур. Нейрохирургия ярҙамын артабан камиллаштырмайынса, ә уны беҙҙә 10 меңдән ашыу пациент ала, бер нисек тә булмай, – тине Рөстәм Хәмитов. – Өфөлә тағы ла бер федераль нейрохирургия үҙәген һәм айырыуса мөһим – Волга буйы нейрореабилитация үҙәген асырға кәрәк. Хөрмәтле коллегалар, башланғысыбыҙҙы хуплауығыҙҙы һәм уны тормошҡа ашырыуҙа ғилми-методик ярҙам күрһәтеүегеҙҙе һорайым.

Республика Башлығының һүҙҙәренсә, былтыр Башҡортостан ҡалаларында һәм райондарында бер нисә клиника һәм дауахана корпусы файҙаланыуға тапшырылды. Өфөлә яңы төҙөлгән Республика перинаталь үҙәге эшләй. Республика онкология диспансерында поликлиника менән палаталар корпусы төҙөлә башланды, уға төбәк ҡаҙнаһынан 2 миллиард һумдан ашыу аҡса йүнәлтелде. 2018 йылда Республика кардиология үҙәгенең хирургия корпусы яңыртыла башлай.

— Үҙаллы, үҙ көсөбөҙгә таянып, ҙур төҙөлөш эштәре алып барабыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов. – Республикабыҙҙа федераль нейрохирурхия йәки нейрореабилитация үҙәген булдырыу тураһында ҡарар ҡабул итһәк, әлбиттә, был эшкә ысынлып, ең һыҙғанып тотонорбыҙ, төҙөлөш, файҙаланыуға тапшырыу, бындай төр объектты етди оҙатыу буйынса ла ресурстар, мөмкинлектәр табырбыҙ.

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш нейрохирургы Владимир Крылов Рөстәм Хәмитовтың тәҡдимен хупланы.

— Республика етәкселеге тарафынан бындай үҙенсәлекле ҡараш менән һеҙҙең бөтә башланғыстарҙы хуплаясаҡбыҙ, – тине ул.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть