Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 69.40 ↑

23 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

«Башҡортостан» гәзите 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Республикабыҙҙың абруйлы баҫмаларының береһе  — «Башҡортостан» гәзите 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй. 3 ноябрҙә Конгресс-холда байрам сараһы уҙа.

Кисәлә баҫма тарихының сағыу биттәренә, гәзит ойошторолғандан алып һәм беҙҙең көндәргә тиклем уға етәкселек иткән баш мөхәррирҙәргә, һәләтле ҡәләм оҫталарына ҙур иғтибар бүлеү ҡаралған. Шиғырҙар һәм йырҙар, кисәнең арҙаҡлы ҡунаҡтары, журналистика ветерандары, яҙыусылар, хеҙмәттәштәрҙең ҡотлау һүҙҙәре яңғыраясаҡ. Гәзиттең бөгөнгө торошо менән баш мөхәррир — билдәле шағир һәм йәмәғәт эшмәкәре Азамат Юлдашбаев таныштыра.

«Тарих халыҡтың этномәҙәниәтенә, рухи тормошона ҙур иғтибар бүлгән гәзитебеҙҙең бөгөнгөһө хаҡында үҙенең һүҙен әйтәсәк әле. Йәштәргә киләсәккә түгел, бөгөнгө көндө булдырыусыларға ҡараған кеүек ҡарарға, уларҙың ҡараштарын сағылдырырыға тырышабыҙ», — тип хәбәр итте гәзиттең хеҙмәткәре Лариса Абдуллина.

«Башҡортостан» гәзите 1917 йылда ойошторолған. Төрлө йылдарҙа баҫма төрлөсә атала: «Башҡортостан хәбәрҙәре» (1919-1922 йылдар), «Башҡортостан» (1922-1937 йылдар), «Ҡыҙыл Башҡортостан» (1937-1951 йылдар), «Совет Башҡортостаны» (1951-1990 йылдар). 1968 йылда гәзит Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнә.

1990 йылдан гәзиттең хәҙерге исеме республиканың социаль-иҡтисади, ижтимағи-сәйәси, мәҙәни, фәнни, спорт тормошон сағылдыра. Бөгөн «Башҡортостан» — аҙнаһына өс тапҡыр башҡорт телендә сыҡҡан республика ижтимағи-сәйәси гәзите. Уны республиканың барлыҡ ҡала һәм райондары халҡы уҡый, күрше өлкәләрҙә алдыралар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть