Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Социаль селтәрҙә республика мәктәптәренең береһендә уҡытыусының уҡыусыға ҡул күтәреүен сағылдырған видеояҙма донъя күрҙе

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

18 октябҙә социаль селтәрҙә уҡытыусының уҡыусының башына һуғыуын сағылдырған видеояҙма донъя күрҙе. Яҙманың аноним авторы был хәлдең Бишбүләк районында булғанлығын хәбәр итте, ләкин ҡайһы мәктәп икәнлеген аныҡламаны.

«Күптән түгел уҡытыусылар уҡыусыларҙы туҡмамай һәм быларҙың барыһы ла ялған, үҙҙәре ғәйепле, тип яҙып сыҡҡайнылар. Бер йыл элек күршемдең класында шундай хәл булды. Бынан һуң мин балалар үҙҙәре ғәйепле тигән һүҙҙәргә ышанмайым, уҡытыусы шәхси сәбәптәр буйынса уҡыусыны яратып еткермәҫкә һәм уға асыуын төшөрөргә мөмкин. Шундай уҡытыусылар, ирҙәр ҙә, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар. Өлкәндәрҙең баҫым яһауы үҫмерҙәрҙең психикаһына зыян килтермәй тип уйлайһығыҙмы», — тип яҙылған хәбәрҙә.

«Башинформ» агентлығы ошо осраҡ буйынса Бишбүләк районы хакимиәтенең мәғариф бүлегенә мөрәжәғәт итте.

«Был хәл бынан алдағы йылда булғайны. Кемдер хәҙер ошо видеоны интернетҡа һалған. Ошо осраҡтан һуң уҡытыусы эшенән бушатылды, мәктәптән китте. Видеояҙманы һалыу кемгәлер отошло. Хәҙер быны махсус комиссия тикшерәсәк», — тип аңлатма бирҙеләр урындағы халыҡ мәғарифы бүлегендә.

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы буйынса Тәфтиш комитеты тәфтиш идаралығының матбуғат хеҙмәтенән «Башинформ» агентлығына уҡыусыға ҡул күтәреү факты буйынса тикшереү ойошторолғанлығын хәбәр иттеләр. Был хәлдең ҡайһы мәктәптә булғанлығы, хакимиәт белгәнме, юҡмы икәнлеге асыҡланасаҡ һәм тикшереү һөҙөмтәләре буйынса тейешле ҡарар ҡабул ителәсәк.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть