Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостан – теплица йәшелсәләрен үҫтереү буйынса тәүге өсәү иҫәбендә

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостан илдә теплица йәшелсәләрен үҫтереү буйынса тәүге өс төбәк иҫәбенә инде. Рәсәйҙең Ауыл хужалығы министрлығы теплица йәшелсәләрен йыйыу буйынса мәғлүмәттәр бирҙе, ул 26 процентҡа артҡан.

«Рәсәй Федерацияһы субъекттары араһында ауыл хужалығы ойошмаларында һәм крәҫтиән (фермер) хужалыҡтарында теплица йәшелсәләрен үҫтереү буйынса алдынғы урындарҙы Краснодар крайы – 76,5 мең тонна, Ставрополь крайы – 49,6 мең тонна, Башҡортостан Республикаһы – 36,8 мең тонна, Татарстан Республикаһы – 36,6 мең тонна, Липецк өлкәһе – 29,8 мең тонна, биләй», — тип хәбәр ителә Рәсәйҙең аграр ведомствоһы сайтында.

Ил буйынса дөйөм алғанда, теплица йәшелсәләренең тулайым йыйымы 630 мең тонна тәшкил итә, был уҙған йылдың ошо уҡ осорона ҡарағанда 25,9 процентҡа күберәк (2016 йылда – 500,1 мең тонна). Илдә бөтәһе 421,7 мең тонна ҡыяр (2016 йылда — 345,2 мең тонна) һәм 198,5 мең тонна томат (2016 йылда – 140,8 мең тонна) йыйып алынған. Башҡа йәшелсә культураларының уңышы 9,8 мең тонна тәшкил итә (2016 йылда – 14,1 мең тонна).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть