Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Төбәктә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы елдең секундына 20 метрға тиклем көсәйеүе хаҡында иҫкәртә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Төбәктә Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы елдең көсәйеүе хаҡында иҫкәртә. Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхитте күҙәтеү идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, 19 октябрҙә республика биләмәһендә елдең тиҙлеге урыны менән секундына 15-20 метрға тиклем етеүе ихтимал.

Иртәгә көндөң аяҙлы-болотло булыуы, бер аҙ ямғыр яуыуы көтөлә. Автомобиль юлдарының ҡайһы бер участкаларында төндә һәм иртән томан, 500-1000 метрҙан күреү мөмкинлеге кәмей.

Республикала йәшәүселәргә көслө ел иҫкәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәргә: насар нығытылған конструкциялар, ағастар, электр тапшырыу линиялары янында йөрөмәҫкә кәңәш итәләр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть