Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Декабрь айында Башҡортостанда 200 һәм 2000 мең һумлыҡ аҡсалар әйләнешкә инә – Милли банк

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда Алыҫ Көнсығыш һәм Севастополь символдары төшөрөлгән 200 һәм 2000 һумлыҡ яңы аҡсалар ағымдағы йылдың декабрендә әйләнешкә инә. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Рәсәй Үҙәк банкының Башҡортостан буйынса Милли банкы бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән хәбәр иттеләр.

Бөгөн федераль киң мәғлүмәт саралары яңы банкноталарҙы Приморье биләмәһенә килтереүҙәре хаҡында хәбәр итте. 200 һәм 2000 һумлыҡ тәүге купюралар 12 октябрҙә әйләнешкә инде. Яңы банкноталар менән таныштырыу сараһында Рәсәй банкы башлығы Эльвира Нәбиуллина әйтеүенсә, күпләп әйләнешкә индереү декабргә билдәләнгән.

«Тәү сиратта яңы аҡсаларҙы Алыҫ Көнсығыш, Ҡырым һәм Мәскәү, башҡа төбәктәр иһә йыл аҙағындараҡ аласаҡ. Беҙ шулай булыр тип көтәбеҙ. Беҙгә яңы банкноталар башҡаларҙан алда килмәйәсәк. Ҡырымда улар әйләнештә йөрөй башланы ла инде. Хәҙер улар Приморьела ла күренә», — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Милли банктың матбуғат хеҙмәтенән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть