Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

19 ноябрь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Башҡорт театры сәхнәһе ветераны Мөнирә Занина арабыҙҙан китте

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Бөгөн иртән Салауат дәүләт башҡорт драма театры ветераны, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы Мөнирә Занина вафат булды. Танылған сәхнә оҫтаһына 15 декабрҙә 87 йәш тулыр ине. Актриса менән хушлашыу иртәгә була.

Үҙенең ижад юлын актриса 1971 йылда башлай һәм үҙ театрына тоғро хеҙмәт итә. Мөнирә Ғараф ҡыҙы Занина 1999 йылға тиклем Салауат сәхнәһендә уйнай. Ул башҡорт һәм татар драматургияһының классик һәм заманса репертуарындағы төрлө спектаклдәрҙә тиҫтәләрсә роль башҡара. Миҫал өсөн, Хафаса (Ә. Мирзаһитов, «Әсәләр көтәләр улдарын»), Фәйрүзә(Ә. Мортазин, «Ләйсән»), Мәсрүрә (М. Ғафури, «Ҡара йөҙҙәр»), Зөһрә (М. Хәйҙәров, «Бәхет йондоҙо»), Бибинур (Н. Асанбаев, «Ҡыҙлы йорт»), Сәлимә (Ф. Бүләков, «Әбейҙәргә ни етмәй»), Зәбирә (Ф. Бүләков, «Яран гөл»).

1995 йылдың 5 сентябрендә театр сәнғәте өлкәһендәге хеҙмәттәре өсөн Мөнирә Занинаға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелә. Актриса театрға мөкиббән бирелгән кеше булып хеҙмәттәштәре һәм дуҫтары хәтерендә һаҡланыр.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть