Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Рәсәй хөкүмәте 2018 йылда ял көндәрен күсереүҙе раҫланы

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Рәсәй хөкүмәте премьер-министры Дмитрий Медведев Хеҙмәт министрлығының 2018 йылда ял көндәрен күсереү тураһындағы проектына ҡул ҡуйҙы. Рәсәй хөкүмәтенең ҡарары 18 октябрҙә баҫылған.

Документҡа ярашлы, 2018 йылда 6 һәм 7 ғинуарҙағы ял көндәре (шәмбе һәм йәкшәмбе) 9 мартҡа һәм 2 майға, шәмбе 28 апрелдәге, 9 июндәге һәм 29 декабрҙәге ял көндәре — дүшәмбе 30 апрелгә, 11 июнгә һәм 31 декабргә күсерелә.

Шулай итеп, 2018 йылда рәсәйҙәрҙе 2017 йылдың 30 декабренән 2018 йылдың 8 ғинуарына тиклем – ун, 23 февралдән 25-нә ҡәҙәр – өс, 8 марттан 11-нә тиклем – дүрт, 29 апрелдән 2 майға хәтлем – дүрт, 10 июндән 12-нә ҡәҙәр – өс, 3 ноябрҙән 5-нә тиклем өс көнлөк ял көтә.

Документта әйтелеүенсә, хеҙмәт календарындағы үҙгәрештәр хеҙмәткәрҙәрҙең ял һәм байрам көндәрен һөҙөмтәле файҙаланыуы маҡсатында әҙерләнгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть