Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Урал аръяғын сәнәғәти үҫтереү электр энергияһы етештереүҙең ҡатнаш төрҙәрен талап итәсәк – Рөстәм Хәмитов

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

Башҡортостандың Урал аръяғында ҙур сәнәғәт объекттарын төҙөү электр энергияһы дефицитына юл ҡуймау өсөн уны етештереүҙең ҡатнаш төрҙәрен файҙаланыуҙы талап итәсәк. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Өфөлә Рәсәй энергетика форумы барышында белдерҙе.

– Урал аръяғында ике предприятие төҙөү күҙаллана. Яҡын арала ҡытай коллегаларыбыҙ төҙөлөш материалдары буйынса ҙур предприятие төҙөй башларға ниәтләй. Ошонда уҡ, Урал аръяғында, яҡынса шундай йүнәлештәге Австрия предприятиеһын төҙөү ҡаралған, – тип һөйләне Рөстәм Хәмитов. – Һәр береһе 150-200 миллион евро самаһы йәки яҡынса 12,5-14 миллиард һум тора. Дөйөм алғанда, беҙ 30 миллиард һумға яҡын инвестициялар алырға тейешбеҙ. Беҙгә 200 МВт билдәләнгән ҡеүәт кәрәк. Әле улар унда юҡ.

Республика башлығы билдәләүенсә, баҡыр-цинк рудаларын табыу менән шөғөлләнгән Урал тау-металлургия компанияһы предприятиелары баҙарҙа әүҙемерәк эшләй башланы, һәм уларға ла өҫтәмә энергия кәрәк.

– Бер һүҙ менән әйткәндә, унда дефицитты бөтөрөү зарур. Электр энергияһы етештереүҙең ҡатнаш төрҙәрен файҙаланырға тура килер, бәлки. Ҡояш электр энергетикаһы барлыҡҡа килде. Хәҙер беҙ газ-турбина технологияһына нигеҙләнгән урынлы энергия ҡулайламаһы төҙөү хаҡында уйлайбыҙ. Был яҡтарҙа ел энергетикаһын ҡулланыу яҡшы булыр ине. Ләкин яҡын-тирәләге төбәктәрҙән электр энергияһын алыу өсөн электр тапшырыу линияһын төҙөргә кәрәк, – тине Рөстәм Хәмитов. – Шул рәүешле ҙур предприятиелар төҙөү менән бәйле килеп тыуған дефицитты алмаштыра һәм электр энергияһы етештереүҙең ҡулай вариантына күсә аласаҡбыҙ. Бүленгән энергетика, энергия етештереүҙең төрлө төрҙәрен ҡулланыу иҫәбенә ошо хәлдән сығасаҡбыҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть