Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфө ҡыҙы Анастасия Яковлева «Мисс Офис» тигән исем өсөн көрәшәсәк

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Өфөнән 21 йәшлек Анастасия Яковлева интернет аша тауыш биреү һөҙөмтәләре буйынса «Мисс Офис-2017» халыҡ-ара матурлыҡ конкурсының финалына сыҡты һәм хәҙер ҡалған 30 ҡатнашыусы менән бергә таж һәм бер миллион һум күләмендәге аҡсалата бүләк өсөн көрәшәсәк.

Конкурста төрлө һөнәр буйынса офиста эшләүсе 18-30 йәштәге ҡыҙҙар ҡатнаша. Анастасия Яковлева «Мисс Башкортостан» модель агентлығының арт-директоры, «Донъя университеты мисы», «Эко Ғәләм мисы», «Башҡортостан студенттары мисы-2014» кеүек бәйгеләрҙә иң яҡшыһы булды.

Иң мөләйем офис һылыуҡайҙарын һайлау сараһы 1 декабрҙә Мәскәүҙең Йәштәр һарайында уҙа.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть