Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Төбәктә грипп эпидемияһы декабрҙә башлана

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Грипп эпидемияһы республикала, ғәҙәттәгесә, декабрҙә башлана. Әлеге ваҡытта Өфөлә киҙеү теркәлмәгән, миҙгелле киҫкен респиратор вирус инфекциялары менән сирләүҙең артыуы күҙәтелә, тип хәбәр итә РБК-Өфө.

Ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау һәм кеше именлеге өлкәһендә федераль күҙәтеү хеҙмәтенең мәғлүмәттәре буйынса, Башҡортостанда йыл һайын 600 меңдән бер миллионғаса киҫкен респиратор вирус инфекцияһы һәм грипп менән ауырыу осрағы теркәлә. Инфекция ауырыуҙарының дөйөм структураһында уларҙың өлөшө 97-96 процент тәшкил итә. Эпидемия миҙегелендә грипп менән халыҡтың уртаса 5-9 проценты ауырый.

Роспотребнадзор идаралығында быйыл ҡыш ниндәй грипп вирустарынан һаҡ булыу кәрәклеге хаҡында һөйләнеләр. Ведомство етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина һүҙҙәренсә, алдағы эпидемия миҙгелендә 3 вирус штамы көтөлә: А1 – Сингапур (күберәк сусҡа киҙеүе булараҡ билдәле), А2 – ГонКонг һәм В – Брисбен. А1 грипп вирусы нығыраҡ тараласаҡ, ул тиҙ үҫешеүсән үпкә шеше (пневмония) формаһында ҡаты өҙлөгөүгә килтереүе ихтимал. Сирләмәҫ өсөн санитар табиптар, вакцинацияны ауырыуҙы иҫкәртеүҙең иң һөҙөмтәле сараһы тип атап, грипҡа ҡаршы прививка яһатырға өндәй.

Теги: грипп
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть