Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Затон Йылылыҡ электр үҙәге 2018 йылдың яҙында эшләй башлай

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

2018 йылдың яҙында Затон йылылыҡ электр үҙәге файҙаланыуға тапшырыла. Ошо хаҡта Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексында барған Рәсәй энергетика форумы барышында хәбәр итте.

Форум сиктәрендә ойошторолған «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһендә республика етәксеһе «Башҡортостан генерациялаусы компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте стенды менән танышты, унда предприятие вәкилдәре менән Затон йылылыҡ электр үҙәген төҙөү барышын тикшерҙе. Уларҙың һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта объектта 137 кеше эшләй.

— Төҙөлөш-монтажлау эштәре декабрҙә тамамланһа ла, станция 2018 йылдың апрель-майында эшләй башлай, – тип хәбәр итте журналистарға Рөстәм Хәмитов. – Станцияла заманса пар-газ ҡоролмаһы эшләйәсәк. Уның файҙалы эш коэффициенты, һис шикһеҙ, бик юғары. Йылылыҡ электр үҙәге элекке станцияларҙа бөгөн һөҙөмтәһеҙ эшләгән ҡайһы бер ҡеүәттәрҙе туҡтатырға мөмкинлек бирәсәк. Был – дөрөҫ йүнәлештәге яңы яҙым, хәрәкәт.

Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, файҙаланыуға тапшырғандан һуң Йылылыҡ электр үҙәге килемлелек сигендә эшләйәсәк, ул Затон биҫтәһендә торлаҡ төҙөү күләменең кәмеүе менән бәйле.

— Затон йылылыҡ электр үҙәге ҡатнаш цикл буйынса эшләйәсәк, йәғни электр энергияһы менән йылылыҡ бүлеү. Электр энергияһы менән барыһы ла аңлашыла – ҡулланыусылар ҙа, баҙар ҙа бар, бында бер ниндәй һорау юҡ,- станция сығарасаҡ йылылыҡ энергияһын ҡулланыу йәһәтенән беҙҙең әлегә билдәле бер проблемалар бар, – тине республика Башлығы. – Ул ошо Йылылыҡ электр үҙәгенең Затондағы торлаҡ төҙөлөшөнә йүнәлтелгән. Бында әлегә өҙөк бар, беҙ уны аңлайбыҙ. Йорттар аҡрын төҙөлә. Төҙөлөш, торлаҡ баҙары ҡыҫҡара. Бөгөн беҙгә кәрәкле күләмдәр юҡ. Станция зыянға булмаһа ла, килемлелек сигендә эшләйәсәк.

Шуның менән бергә, Башҡортостан Башлығының һүҙҙәренсә, Йылылыҡ электр үҙәген файҙаланыуға тапшырыу Өфө энергетика үҙәгендә энергетика ҡеүәтенә ҡытлыҡты кәметергә, халыҡты һәм сәнәғәт объекттарын электр менән тәьмин итеү ышаныслылығын күтәрергә мөмкинлек бирәсәк.

— Яңы-Салауат пар-газ ҡоролмаһы эшләй башланы ла инде һәм электр энергияһы эшләнеше яҡшы һөҙөмтәләр бирә. Алдағы ярты йылда «Интер РАО» асыҡ акционерҙар йәмғиәте менән берлектә Затонда 400 МВт ҡеүәтле 5-се яңы Йылылыҡ электр үҙәген эшләтеп ебәрербеҙ. Был да яҡшы, Өфө энергетика үҙәгенә һәйбәт ярҙам. Ошо ике станция иҫәбенә генә республикалағы хәлде яйға һала аласаҡбыҙ, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов форумдың пленар ултырышында.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть