Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡортостандан Потякиндар ғаиләһе Бөтә Рәсәй художество ижады конкурсында иң яҡшы алмаштырыусы ғаилә булды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

Алмаштырыусы Потякиндар ғаиләһе Башҡортостан Республикаһы исеменән Рәсәй Федерацияһы Мәғариф һәм фән министрлығы уҙғарған «Бөтә Рәсәй алмаштырыусы ғаиләләр ассамблеяһы» бөтә Рәсәй художество ижады конкурсы финалында сығыш яһаны. Финал сарала илдең 33 төбәгенән ҡабул ителгән балаларҙы тәрбиәләүҙә ыңғай һөҙөмтәләре булған ғаиләләр ҡатнашты.

Хәйбулла районынан Потякиндар ғаиләһе үҙҙәренең дүрт һәм ҡарауға алған 12 балаға тәрбиә бирә. Алты көн дауамында республика вәкилдәре «Ғаилә – дәүләт нигеҙе», «Әсәй, атай, мин – спортсы ғаилә», «Художество ижады конкурсы» һәм «Ижади ғаилә оҫтаханаһы» конкурс сараларынан торған бай йөкмәткеле программала ҡатнашты. Шулай уҡ конкурс сиктәрендә тәжрибә уртаҡлашыу, актерлыҡ оҫталығы һәм эстрада йыры буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙҙы.

Конкурс йомғаҡтары буйынса Александр Михайлович һәм Тамара Николаевнаның ҡабул итеүсе ғаиләһе «Бөтә Рәсәй алмаштырыусы ғаиләләр ассамблеяһы» бөтә Рәсәй художество ижады конкурсы финалының тәүге ун иң яҡшы алмаштырыусы ғаиләһенә инде һәм ҡатнашыусы дипломы, бүләктәр менән билдәләнде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть