Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Салауат районында «Янғантау» геопаркы ойошторола

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Башҡортостан Хөкүмәтендә Салауат районында «Янғантау» геопаркын – республика биләмәһендә Рәсәйҙәге тәүге ЮНЕСКО геопаркын ойоштороу мәсьәләһен тикшерҙеләр. Ошо хаҡта тәүге тапҡыр йәйгеһен Өфөлә уҙған Халыҡ-ара экология форумында һөйләй башланылар. ЮНЕСКО белгестәре был биләмәне геотуризмды үҫтереү һәм артабан халыҡ-ара статусын алыу йәһәтенән перспективалы тип баһаланы. Әлеге ваҡытта ЮНЕСКО комиссияһына ғариза әҙерләнә. Халыҡ-ара ойошма белгестәре республикаға ноябрь айында килә.

«Янғантау» геопаркына Салауат районындағы туғыҙ айырым һаҡланған тәбиғәт биләмәһе инә. Геопарк туризмды үҫтереүгә булышлыҡ итәсәк. Атап әйткәндә, хәҙер 35 илдә төбәктәрҙең геологик, ландшафт, тарихи һәм хатта техноген үҙенсәлектәре менән таныштырған һәм берләштергән 127 геопарк эшләй. Рәсәйҙә ҡануни кимәлдә әле бер геопарк бар. Ул – 2015 йылдың декабрендә ойошторолған һәм бөтә донъя «Глобаль геопарктар селтәре»нә инергә әҙерләнеүсе «Алтай» геопаркы.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть