Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Башҡортостанда предприятие Ҡуштау шиханында эзбизташты ҡаҙған

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ольга Мортазина/.

Ишембай ҡала суды Ҡуштау шиханында химик сәнәғәте ихтыяжы өсөн эзбизташ эҙләү һәм уны баһалау буйынса эштәр уҙғарған «Сеймал компанияһы» акционерҙар йәмғиәтенә 350 мең һумға штраф һалған. Дәғүә менән Мәҙәни мираҫ объекттарын дәүләт һаҡлауы идаралығы мөрәжәғәт иткән. Бер төркөм мөрәжәғәттәрҙән һуң тикшереү уҙғарылған, тип билдәләнеләр ведомствола. Боронғо тауҙы рөхсәтһеҙ ҡаҙғандары асыҡланған. Ҡағиҙә булараҡ, компания дәүләт органдарынан ер эштәренә рөхсәт алырға тейеш, унда тарихи-мәҙәни экспертиза мәғлүмәттәре күҙ уңынан ебәрелмәй.

Һөҙөмтәлә предприятиеға мәҙәни мираҫ объекттарын һаҡлау тураһындағы законды боҙғаны өсөн –  200 мең һум, рөхсәтһеҙ эштәр башҡарғаны өсөн 150 мең һум күләмендә штраф һалынды.

Стәрлетамаҡ янында урынлашҡан Шахтау шиханы тулыһынса эшкәртелгән. Ҡуштау шиханы ҡиммәтле тәбиғәт биләмәһендә тора. Торатау 1965 йылдан тәбиғәт мираҫы булып һанала. Иң алыҫ ятҡан Йөрәктауҙың статусы билдәләнмәгән. Идаралыҡта аңлатма биреүҙәренсә, ҡалған өс шихан «өлөшләтә тәбиғәт мираҫы объекттары».

«Сеймал компанияһы» акционерҙар йәмғиәте – Стәрлетамаҡ заводтарын төп сеймал менән тәьмин итеүсе предприятиеларҙың береһе. Предприятиела генераль директорҙың отпускаһына һылтанып, хәлгә аңлатма биреүҙән баш тарттылар.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть