Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Төбәктә шәкәр сөгөлдөрөнөң уңышы 1,142 миллион тоннанан ашҡан

Иҡтисад

ӨФӨ, 2017 йыл, 18 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Галина Бахшиева/.

Башҡортостанда шәкәр сөгөлдөрөн йыйыу дауам итә. Республика Ауыл хужалығы министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, уртаса уңыш гектарынан 306 центнерҙа 1,142 миллион тоннанан ашыу тамыраҙыҡ ҡаҙып алынған. Баҫыуҙарҙан шәкәр заводтарына 367 мең тоннанан ашыу сығарылған.

Быйыл шәкәр сөгөлдөрөнөң иң юғары уңышы Өфө һәм Ғафури райондары хужалыҡтарында билдәләнә – һәр гектарҙан 385 һәм 383 центнер.

Бөгөнгә шәкәр сөгөлдөрө 37,3 меңдән ашыу гектарҙан йыйып алынған, ул пландың 72 процентын тәшкил итә. Миәкә, Федоровка һәм Ишембай райондарында тамыраҙыҡ йыйыу тулыһынса тамамланған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть