Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Рөстәм Хәмитов XVII Рәсәй энергетика форумында ҡатнашты

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/.

17 октябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов «ВДНХ-Экспо» күргәҙмә комплексында барған XVII Рәсәй энергетика форумының пленар ултырышында ҡатнашты. Ултырыш башланыр алдынан республика етәксеһе форум сиктәрендә ойошторолған «Йылылыҡ тәьминәте. Электр техникаһы. Кабель» XXIII махсуслаштырылған күргәҙмә һәм «Урал энергетикаһы» күргәҙмәһе экспозицияларын ҡараны. Уларҙа үҙҙәренең яңы асыштарын Рәсәйҙең 23 төбәгенән 120-нән ашыу компания, шулай уҡ алдынғы халыҡ-ара энергетика холдингтары дилерҙары тәҡдим итте.

«Башҡортостан генерациялаусы компанияһы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте стенды янында Рөстәм Хәмитов Затон йылылыҡ электр үҙәген төҙөү барышын тикшерҙе. Предприятие вәкилдәренең һүҙҙәренсә, әлеге ваҡытта объектта 137 кеше эшләй. Йыл аҙағына тиклем төҙөлөш-монтажлау эштәрен тамамлау, ә 2018 йылдың яҙына ҡорамалды эшләтеп ебәреү күҙаллана.

«Иҡтисадыбыҙҙа энергия һөҙөмтәлелеге буйынса үҫешкән илдәрҙән ныҡ ҡалышыуыбыҙ хаҡында беләбеҙ. Был йәһәттән алға хәрәкәт итеү өсөн урын бар, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. —  Нигеҙҙә иһә, билдәле булыуынса, беҙҙең энергия ресурстарының яҡынса 30 процентын бушҡа тотонабыҙ Ошо өлкәлә иҡтисадыбыҙҙың энергия һөҙөмтәлелеген, эске һәм төбәк тулайым продуктын арттырыу өҫтөндә эшләргә кәрәк. Хәҙерге энергия ҡулланыу стандарты – бер кешегә йылына яҡынса 5 мең кВт•ч. Республикабыҙға килгәндә, был һан – бер кешегә йылына 6,5-6,7 мең кВт•ч. Йәғни шартлы стандарттан юғарыраҡ һәм уртаса Рәсәй һандары эргәһендә торабыҙ. Республикабыҙҙың сәнәғәт буйынса үҫешкәне, күп кенә йүнәлештәр буйынса иҡтисади яҡтан төрләндерелгәне тулыһынса аңлашыла».

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть