Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 69.40 ↑

23 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Сергей Семак һәм уның ҡатыны Анна етем балаларға ярҙам иткәндәре өсөн «Ҡауҙы ҡанаттары» премияһын алды

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлфиә Әғлиуллина/.

«Өфө» футбол клубының баш тренеры Сергей Семак һәм уның хәләл ефете Анна етем балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыуҙы үҫтереүгә ҙур өлөш индергәндәре өсөн «Ҡауҙы ҡанаттары» премияһына лайыҡ булды. Улар «Шәхес» номинацияһында билдәләнде. Премияны һәм осоп барған ҡауҙы һәм бала рәүешендәге иҫтәлекле статуэтканы тапшырыу тантанаһы Мәскәүҙә Дәүләт Кремль һарайында уҙҙы, тип хәбәр итте «Башинформ» агентлығы хәбәрсеһенә Анна Семак.

Уҙған йылда Сергей Семак ҡатыны Анна менән бергә мөмкинлектәре сикле ҡыҙҙы тәрбиәгә алды. Хәҙер ғаиләлә һигеҙ бала. Ҡыҙҙың исеме Татьяна, уға 11 йәш. Шулай уҡ Семактар тәүге никахтан улы Ильяны, Аннаның беренсе никахтан тыуған ҡыҙы Майяны һәм уртаҡ балалары: Семенды, Иванды, Варвараны, Савваны һәм Иларияны тәрбиәләй.

Белешмә. «Ҡауҙы ҡанаттары» премияһы Мәскәүҙең хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау департаменты тарафынан булдырылған. Маҡсаты — етем һәм ата-әсә ҡарауынан ҡалған балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыуҙы үҫтереүгә ҙур өлөш индергән граждандарға һәм ойошмаларға рәхмәт белдереү һәм ошондай балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыуҙы популярлаштырыу.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть