Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Константин Толкачёв балалар пособиеһының күпмегә артасағын аңлатты

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Төбәк парламенты спикеры Константин Толкачёв сабыйға айлыҡ пособиеның күпмегә артасағын аңлатты. Башҡортостанда ошо социаль түләүҙәр төрөн бер ярым тапҡырҙан ашыуға арттыралар. Республика хөкүмәте төбәк ҡануниәтенә тейешле үҙгәрештәрҙе парламентарийҙарға ҡарауға тәҡдим итә.

«Закон проекты йән башына уртаса килеме Башҡортостанда бала өсөн билдәләнгән йәшәү минимумы дәүмәленән артмаған балалы ғаиләләрҙең йәшәү сифатын яҡшыртыу маҡсатында әҙерләнгән, — тине Константин Толкачёв. — Шул рәүешле беҙ граждандарҙың бындай категорияһына социаль ярҙамдың һөҙөмтәлелеген күтәрергә иҫәп тотабыҙ. Пособиеның суммаһы уға хоҡуҡтары булғандарҙың һәммәһе өсөн пропорциональ арттырыу ҡаралған. Улар ғаиләнең социаль статусына ҡарап билдәләнә. Мәҫәлән, яңғыҙ әсәнең, хәрби хеҙмәткәрҙең балаһына, ата-әсәһе алимент түләүҙән ҡасып йөрөгән балаға пособие күләме ябай ғаиләләрҙәге балаларға ҡарағанда күберәк».

Башланғыс сабыйға айлыҡ пособиеның нигеҙ итеп алынған күләмен 58,4 процентҡа арттырыуҙы күҙ уңында тота. Ул 27 октябрҙә пленар ултырышта ҡараласаҡ. Шуның менән бергә пособиены закон ҡабул ителгән осраҡта уның үҙ көсөнә ингән ваҡытынан түгел, ә ағымдағы йылдың 1 сентябренән арттырыу ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть