Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 69.40 ↑

23 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Башҡортостанда прокуратура аҡса йыйыу күҙәтелгән мәктәптәрҙе атаны

Хәл-ваҡиғалар

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Башҡортостанда прокурорҙар ата-әсәләрҙән аҡса йыйғанда 200-ҙән ашыу закон боҙоу осрағын туҡтатты. Күҙәтеү ведомствоһы ата-әсәләрҙе матди ярҙам күрһәтергә мәжбүр иткән 186 мәктәп положениеһына протест сығарҙы. Аҡса йыйыу асыҡланған мәктәптәрҙең 30-ҙан ашыу хеҙмәткәре дисциплинар һәм административ яуаплылыҡҡа тарттырылды

Боҙоусылар иҫәбендә Бәләбәйҙәге башҡорт-гимназия интернаты ла бар, һуңғы ике йылда унда ярты миллион һумдан ашыу аҡса йыйғандар. Был сумманы ата-әсәләр индергән, улар суммаһы яҙылған квитанциялар алған. Прокуратура талабы буйынса законһыҙ аҡса йыйыу туҡтатылды.

Прокурор тикшереүҙәре мәктәптәрҙә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләренең дә үтәлмәүен күрһәтте. Ведомство тәҡдиме буйынса Башҡортостандың баш ҡалаһында ике мәктәп видеокүҙәтеү системалары менән йыһазландырылырға тейеш.

Прокурор тикшереүҙәренән һуң Сибай ҡалаһындағы 7-се мәктәптә хоккей майҙансығы ремонтланды. Быға тиклем уның стенаһынан ҡаҙаҡтар күренеп торған, металл ҡойманың бер өлөшө тейешенсә нығытылмаған булған, был иһә уны емерелеүенә килтереүе мөмкин.

37 мәктәп етәкселеге яңы хеҙмәткәрҙәрҙең хөкөмгә тарттырылғанмы, юҡмы икәнлеген тикшермәгән. Хоҡуҡ боҙоуҙарға юл ҡуйғандары өсөн 33 директор административ яуаплылыҡҡа тарттырылған да инде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть