Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.00 ↓

EUR 69.40 ↑

23 ноябрь, Кесе йома

Уфа   °

Рәсәй күгендә Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемендәге самолет даими рейстар башҡара

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ксения Калинина/.

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим исемендәге яңы Sukhoi Superjet 100 самолеты «Аэрофлот» паркына 2017 йылдың сентябрь аҙағында килтерелде. Авиакомпания етәкселегенә һауа судноһына Мостай Кәримдең исемен биреү башланғысы менән Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов сығыш яһағайны. Һуңғараҡ уны «Аэрофлот» идараһы хупланы һәм раҫланы. Мостай Кәримдең исеме фюзеляждың алғы өлөшөнә яҙылды.

«Ошо исемде биреү тураһында ҡарар яҡынлашып килгән иҫтәлекле дата — шағирҙың 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан ҡабул ителде, — тип хәбәр иттеләр авиакомпанияның матбуғат хеҙмәтенән. — Илебеҙ самолеты билдәле бер йүнәлештә генә осмай, экипаж да алмашынып тора».

Авиакомпанияла билдәләүҙәренсә, самолеттарға яңғыҙлыҡ исемдәрҙе Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында уҡ бирә башлағандар. Ләкин һуғыштан һуң был традиция юғала. 2004 йылдың башында, легендар Валерий Чкаловтың тыуыуына 100 йыл тулыуҙы билдәләгәндә, «Аэрофлот» уны тергеҙә.

Бөгөн авиакомпанияның самолеттар паркында 201 «исемле» һауа судноһы иҫәпләнә. Йола буйынса, лайнерҙар бөйөк ватандаштарының исемен йөрөтә. Улар араһында танылған рус летчиктары һәм полководецтары, композиторҙар һәм рәссамдар, шағирҙар һәм яҙыусылар, ғалимдар һәм тикшеренеүселәр бар.

«Башинформ» агентлығы хәбәр иткәнсә, 2019 йылда республиканың ойошторолоуына 100 йыл тулыуҙы байрам итәбеҙ. Рәсәй Президенты Владимир Путин ошо тарихи ваҡиғаны билдәләү тураһында указға ҡул ҡуйҙы. Шул уҡ йылда Рәсәй һәм башҡорт әҙәбиәте классигы, яҙыусы, драматург һәм публицист Мостай Кәримдең бер быуатлыҡ юбилейы билдәләнә. Ул үҙенең ижады менән Рәсәй халыҡтары әҙәбиәтен үҫтереүгә ҙур йоғонто яһаны. Ошо уңайҙан Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәй Федерацияһы төбәктәрендә лә тантаналар уҙғарыу ҡаралған.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть