Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

Төбәктә «Вимм-Билль-Данн» компанияһы продукцияһында табылған бешмә вирусы хаҡында мәғлүмәт — ялған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/.

Бөгөн социаль селтәрҙә һәм WhatsApp мобиль мессенджерында Башҡортостан халҡы «Вимм-Билль-Данн» компанияһының һөт ризыҡтарын һатып алыуҙы һәм ҡулланыуҙы тыйған хәбәрҙәр ала.

Атап әйткәндә, граждандар түбәндәге хәбәрҙәр менән бүлешә: «Роспотребнадзор» ҡатнашлығында кәңәшмә булды: «Вимм-Биль-Данн»дың һөт продукцияһында бешмә асыҡланған, 11 октябрҙән һуң етештерелгән продукция һатыуҙан алына һәм юҡ ителә. Компанияның брендтары: «Домик в деревне», «Агуша», «Иммунеле», «Ламбер» сыры, «Весёлый молочник», «Чудо», «Кубанская буренка». Һатып алмағыҙ!!! Бөтәһен дә сығарып ташлағыҙ!». Кешеләр ошондай йөкмәткеле текстарҙы яҡындарына ебәрә.

Ләкин, «Башинформ» агентлығына билдәле булыуынса, был бер ниндәй дәлилдәре булмаған ялған мәғлүмәт.

«Әлеге хәбәр дөрөҫлөккә тап килмәй. Термик эшкәртеү үткән малсылыҡ продукцияһы кешеләрҙең ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф менән янамай. Һүҙ пастеризацияланған һәм ҡайнатылған һөт, шулай уҡ колбаса йәки бешкән ит хаҡында бара», — тип билдәләне «Роспотребнадзор»ҙың Башҡортостан идаралығының матбуғат хеҙмәте етәксеһе Анастасия Кучимова.

Бешмә — малдар араһында таралған вируслы сир. Вирус ауыҙ ҡыуышлығының лайлалы тиресәһе һәм тиренең зарарланған урындары аша кеше организмына үтеп инә. Тән температураһы күтәрелә, баш һәм мускулдар ауырта, лайлалы тиресә шешә. Ауырыуҙы дауаларға мөмкин.

Бешмә ауырыуы Туймазы районында теркәлгәйне. 5 октябрҙән унда ғәҙәттән тыш хәл режимы индерелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть