Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Башҡортостандың баш ҡалаһында Йәштәр театр премияһына эйә булыусылар билдәләнде

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Ошо көндәрҙә Башҡортостандың баш ҡалаһында Йәштәр театр премияһына эйә булыусылар билдәләнде. Театр эшмәкәрҙәре союзы премияларын тапшырыу тантанаһы Өфөләге Актерҙар йортонда уҙҙы. Акция театр миҙгелен асыуға арналғайны. Актерҙар йортонда республикалағы барлыҡ театрҙарҙың вәкилдәре йыйылды.

«Иң яҡшы ир-егет роле» номинацияһында «Калигула» спектаклендә Калигула роле өсөн Вадим Клысов бүләкләнде (М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры).

«Иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһын «Башмағым» спектаклендә Сәрүәр роле өсөн Гөлназ Биктимерова алды (Өфө «Нур» татар дәүләт театры).

«Икенсе пландағы иң яҡшы ир-егет роле» исеме «Люксембургка барып ҡайтҡансы....» спектаклендә Шайтан Әхәт роле өсөн Марат Зөбәйеровҡа тапшырылды (Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры). «Икенсе пландағы иң яҡшы ҡатын-ҡыҙ роле» номинацияһында «Мнимый больной» спектаклендә Туанетта роле өсөн Анастасия Сидоренко һәм Олеся Шибко бүләкләнде (Рус драма театры).

«Миҙгел дебюты» номинацияһында «Колбаса. Фрагменттар» спектаклендә Шура роле өсөн Илгизәр Мөхәмәтдинов һәм Саша роле өсөн Азамат Миңлеғәлиев билдәләнде (Туймазы татар драма театры).

«Иң яҡшы эпизодик роль» номинацияһында «Башмағым» спектаклендә полицияның беренсе агенты роле өсөн Риф Ғөбәйҙуллин, шулай уҡ полицияның икенсе агенты роле өсөн Илшат Салауатов еңеү яуланы (Өфө «Нур» татар дәүләт театры).

«Театрҙа хәҙерге драматургияны һәм йәштәр проекттарын үҫтергән өсөн» номинацияһында махсус премияға Айнур Ғайсаров лайыҡ булды (Туймазы татар драма театры).

«Иң яҡшы драматург эше» номинацияһында «Время сбора плодов» пьесаһы өсөн Игорь Яковлев бүләкләнде.

«Иң яҡшы режиссер эше» номинацияһында махсус премия «Люксембургка барып ҡайтҡансы....» спектакле өсөн Айҙар Зариповҡа тапшырылды (Стәрлетамаҡ башҡорт драма театры).

«Өлгө алырлыҡ миҫал» номинацияһында махсус премияны 99 йәшлек ветеран, БАССР-ҙың атҡҙанған сәнғәт эшмәкәре, режиссер Кәшфелғилем Ғәҙелшинға бирҙеләр.

Сара барышында шулай уҡ 12 йәш артисты актерлыҡҡа бағышлау булды.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть