Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63 ↓

EUR 70.36 ↑

18 ноябрь, Шәмбе

Уфа   °

«Википедия»ның терминологик мәғлүмәттәр базаһында башҡорт телен ябайлаштырыу тиҙләтелә

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/.

Мәскәүҙә XI халыҡ-ара вики-конференция үтте, унда Башҡортостан делегацияһы ла ҡатнашты. «Викимедиа РУ» коммерцияға ҡарамаған партнерлыҡ уҙғарған конференция – Рәсәй һәм күрше илдәр телдәрендәге Википедия бүлектәре вәкилдәре өсөн русса аралашҡан майҙансыҡ. Унда рус, башҡорт, бүрәт, лезгин, яҡут, тыва, татар, чечен, әрмән, украин, поляк Википедияларынан ирекмәндәр бар ине.

«Башинформ» агентлығына Башҡорт Википедияһы администраторы Рөстәм Нурыев хәбәр итеүенсә, Башҡортостан делегацияһында Өфөнән, Белореттан, Сибайҙан, Өфө һәм Ҡырмыҫҡалы райондарынан ҡатнашыусылар булды. Бынан тыш, делегация составына Мәскәүҙә һәм Мәскәү өлкәһендә йәшәгән башҡорт ирекмәндәренең яҡташтары инде. Башҡорт делегацияһы иң ҙуры булғанлыҡтан, был бөтә секцияларҙа һәм түңәрәк өҫтәлдәрҙә ҡатнашыу мөмкинлеген бирҙе.

Конференцияла башҡорт вики-өләсәйҙәре сығыш яһаны, үҙаллы түңәрәк өҫтәл үткәрҙе һәм ни өсөн ирекмәндәр хәрәкәтендә ҡатнашыуҙары хаҡында һөйләне.

«Викимедиа берләшмәһендә юзер-төркөмдәр» түңәрәк өҫтәле, «Рәсәй телдәрендәге Википедия» секцияһы барышында башҡорт википедиясылары Башҡортостанда ирекмәндәр хәрәкәтен ойоштороу тәжрибәһе менән таныштырҙы.

Башҡортостан делегацияһы ағзалары «Асыҡ фән һәм асыҡ мәғариф», «Китапханалар», «Асыҡ карталар һәм экспедициялар», «Башҡа илдәрҙәге википедиялар», «Викимәғлүмәттәр», «Викимедиа проекттары һәм музейҙар: хеҙмәттәшлек итеү мөмкинме?», «Википедия конкурстары» тигән секция һәм түңәрәк өҫтәлдәрҙең эшендә лә ҡатнашты.

«Викимәғлүмәттәр» тип аталған яңы проект ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы, ул яңы мәҡәләләр яҙғанда википедиясыларҙың ижади хеҙмәтен күпкә еңеләйтергә мөмкинлек бирә. Шуға күрә башҡорт ирекмәндәре проектҡа башланғыс һалған программист Сергей Лещин менән өҫтәмә фекер алышыу үткәрҙе. «Викимәғлүмәттәр» терминологик базаһында башҡорт телен тиҙерәк ябайлаштырыу һәм Башҡорт Википедияһында бөтә мәҡәләләр өсөн универсаль шаблон-карточка индереү буйынса үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында һөйләшеп килешелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть