Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.46 ↑

EUR 69.81 ↓

22 ноябрь, Шаршамбы

Уфа   °

«Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакленең премьераһына авторҙың ни өсөн килмәйәсәге билдәле булды

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Гүзәл Яхинаның Өфөгә үҙенең «Зөләйха күҙҙәрен аса» китабы буйынса сәхнәләштерелгән спектаклдең премьераһына ни өсөн килмәйәсәге билдәле булды. Премьера Өфөлә 24-25 ноябрҙә уҙа. Спектаклде танылған режиссер Айрат Абушахманов ҡуя.

«Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, килә алмайым. Тәүҙә 17 ноябргә билдәләнгәйне, һәм мин ошо көндәрҙә Өфөлә китап уҡыусылар менән осрашырмын тип ниәтләгәйнем. Һуңынан премьераны күсерҙеләр — һәм мин килеп өлгөрмәйем, сөнки ноябрь аҙағында бер айға Европаға барам», — тип хәбәр итте Гүзәл Яхина. Өҫтәүенә яҙыусы мөмкинлек булғас та Өфөгә үҙенең дебют романы буйынса тәүге спектаклде ҡарарға киләсәген билдәләне.

«Зөләйха күҙҙәрен аса» спектакле М. Ғафури исемендәге Башҡорт драма театрының 98-се ижад миҙгелендә беренсе премьера буласаҡ. Романдың инсценировкаһын Рәсәй драматургы Ярослава Пулинович яҙған. Спектаклдә труппаның күпселек өлөшө ҡатнаша. Ҡуйыусы режиссер әйтеүенсә, спектаклдә милли бәйләнеш юҡ, төп геройҙың призмаһы аша тотош Рәсәйҙең яҙмышы, бөтә илдең фажиғәһе сағылдырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть