Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Йыл башынан Башҡортостанда урмандарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙың 291 осрағы асыҡланған

Йәмғиәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/.

2017 йылдың башынан Башҡортостанда яҡынса дүрт мең кубометр күләмдә урмандарҙы законһыҙ ҡырҡыуҙың 291 осрағы асыҡланған, тип хәбәр итә республиканың Урман хужалығы министрлығы. Республика биләмәһендә урмандарҙа 21 меңдән ашыу тикшереү үткәрелгән.

Өсөнсө квартал йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығы хеҙмәткәрҙәре рейдтарҙа 1,7 мең кубометрҙан ашыу күләмдә рөхсәтһеҙ ҡырҡыуҙың 140 осрағын теркәгән. Ҡайһы бер факттар буйынса 68 енәйәт эше ҡуҙғатылған.

Әлеге ваҡытта урмандарҙы тикшереү дауам итә. Ағастарҙы, ҡыуаҡтарҙы һәм лианаларҙы законһыҙ киҫкән өсөн енәйәт, хатта ете йылға тиклем иректән мәхрүм итеү, шулай уҡ административ яуаплылыҡ ҡаралған, тип иҫкә төшөрҙөләр ведомствола.

Рөхсәтһеҙ ҡырҡыу, ағас үҫентеләренә зыян килтереү йәки урманда ағастарҙы, ҡыуаҡтарҙы үҙ белдеге менән ҡаҙып алған өсөн граждандарға — 3-5 мең, вазифалы кешеләргә — 20-50 мең, юридик берәмектәргә 200-500 мең һум штраф янай.

Ағастарҙы законһыҙ ҡырҡыу факттары асыҡланған осраҡта урман һағының телефонына ошо хаҡта хәбәр итергә кәрәк: федераль номер: 8-800-100-94-00 (Рәсәй буйынса), төбәк номеры: 8 (347) 218-14-14 (Башҡортостан Республикаһы буйынса).

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть