Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Санкт-Петербургта Роберт Юлдашевтың һәм «Ҡурайсы» төркөмөнөң тәүгә концерты үтте

Мәҙәниәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/.

Төньяҡ баш ҡалала Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары конгресы (ҡоролтайы) булышлығында Роберт Юлдашевтың һәм «Ҡурайсы» төркөмөнөң тәүгә концерты үтте.

Танылған башҡорт ҡурайсыһы, дүрт тапҡыр Ҡурайсылар конкурсы еңеүсеһе һәм «Russian World Music Awards-2016» премияһын яулаусы «Ҡурайсы» төркөмө тулы зал йыйҙы. Музыканттар ҡунаҡтарҙы башҡорт халыҡ һәм рус көйҙәрен, сит ил эстрадаһы музыкаһын башҡарып ҡыуандырҙы.

«Донъяла танылыу яулаған башҡорт музыка коллективтарының береһен тыңларға һәм күрергә бик күп тамашасы килде, — тип хәбәр итте Эльвира Моталова. — Ихлас концерт булды. Роберт Юлдашев һәм «Ҡурайсы» төркөмө иҫ киткес энергетика һәм драйв, күңелгә үтеп инерҙәй музыка, үҙҙәренең ихласлығы менән тыңлаусыларҙын йөрәген яулап алды. Кисә аҙағында бөтә ҡунаҡтар ҙа бейергә төшөп китте».

Концерт һуңында Санкт-Петербург һәм Ленинград өлкәһе башҡорттары конгресы (ҡоролтайы) рәйесе Шамил Моталов Санкт-Петербургта һәм Ленинград өлкәһендә башҡорт мәҙәниәтен популярлаштырғандары өсөн артистарға иҫтәлекле бүләктәр һәм рәхмәт хаттары тапшырҙы һәм киләсәктә тағы ла ҙурыраҡ уртаҡ проекттар уҙғарырға ышаныс белдерҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть