Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.63

EUR 70.36

20 ноябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Хөкүмәт Рәсәй Президенты һайлауҙарына әҙерләнә башлау хаҡында иғлан итте - РБК

Сәйәсәт

ӨФӨ, 2017 йыл, 17 октябрь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/.

Рәсәй Хөкүмәте 2018 йылдың март айында илдә уҙасаҡ Президент һайлауҙарына әҙерлек башланыуы хаҡында иғлан итте. Властар ҡарар әҙерләгән, унда һайлауҙарға әҙерләнеүҙә ҡатнашҡан ведомстволарға күрһәтмә бирелгән, тип хәбәр итә РБК.

Һайлау алды кампанияһы барышында министрлыҡтарға һәм ведомстволарға рәсми күрһәтмәләр бирелгән «Һайлау комиссияларына президент һайлауҙарына әҙерләнеүҙә һәм уны уҙғарыуҙа уларҙың вәкәләттәрен тормошҡа ашырыҙға булышлыҡ итеү саралары тураһында»ғы ҡарар проекты норматик хоҡуҡи акттар порталында баҫылған.

Проектта бөтәһе 37 бүлек иҫәпләнә. Аныҡлаусы яҙмала һайлаусыларҙың исемлеген әҙерләгәндә һәм асыҡлағанда, һайлау участкаларын ойошторғанда, һайлау документтарын һәм башҡа ебәрелгән нәмәләрҙе илтеп биргәндә билдәләнгән органдарға, улар иҫәбендә Эске эштәр министрлығына, Федераль именлек хеҙмәтенә, Рәсәй гвардияһына, Юстиция министрлығына, Федераль һалым хеҙмәтенә, Энергия министрлығына булышлыҡ итеү саралары күрһәтелгән.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть